Ҡайһы бер яҡтарҙа, ысынлап та, Ҡөрьән ашына йыйылғанда аят уҡылып бөтмәйсә өҫтәлгә тоҙҙан башҡа бер нимә лә ҡуймайҙар. Өҫтәлгә клеенка өҫтөнән ашъяулыҡ (сепрәк ашъяулыҡ, махсус шуның өсөн генә тотона хужабикә) йәйеп, бәләкәй бер нисә һауытҡа тоҙ һалып, өҫтәлгә ҡуялар.
Аят уҡып бөткәс, табынға йыйылғандар өс бармаҡлап семтеп ошо тоҙҙан ауыҙ итә тәүҙә. Ә хужабикәнең ашы был ваҡытта әҙер тора - тиҙ генә башта икмәк алып килеп ҡуйып, шунан бишбармаҡ һәм башҡа ризыҡтарҙы индереп теҙеп сығалар. Артыҡ күп ризыҡ әҙерләп, исраф итергә ярамай, сама белергә кәрәк.
Алдан өҫтәлгә тоҙ ҡуйыу - Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм тоҙ ҡабырға кәрәклекте әйтеп ҡалдырған тиелә. Ә унан тыш, донъя ғалимдары ла бит тоҙ һәм һыу "хәтере" тураһында әйтәләр, "аят тыңлаған" тоҙҙо ашау яҡшы.
Ә бына башҡа ризыҡты ҡуймай тороуҙы - Ҡөрьән ашына йыйылғандар араһында бик асығып килеүсе кеше булһа, алдында ултырған ризыҡҡа ымһынып, аят тыңлау ҡайғыһы китә, тигән аңлатма бирә торғайны өлкәндәр.
Хәҙер аслыҡ заманы түгел, шулай ҙа алдан ҡуйһағыҙ, өҫтөн бисмилла әйтеп, ябып торорға мөмкиндер.
Сығанаҡ: "Рухиәт, доғалар" төркөмөнән
https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-01-23/ayat-u-yt-anda-rizy-ty-aldan-uyyr-a-yaraymy-4547062 сайтынан алынды