Инйәр
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 14:37

144 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

2019 йылдан алып республикала 976 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде.  

144 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
144 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

2026 йылда Башҡортостанда, ”Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһына ярашлы, 144 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Был маҡсатҡа 1,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. 2025 йылда федераль бюджет иҫәбенә 100 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелде. 70 биләмә республика һәм муниципаль программаларына ярашлы яңыртылды. 2019 йылдан республикала 976 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде.

– Бөтә объекттар төбәк халҡы араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй тауыш биреүе һөҙөмтәһендә билдәләнде. 2026 йыл программаһын үтәү башланды. Муниципалитеттар төҙөкләндереү проекттарын әҙерләне, – тип билдәләне торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

“Тормош өсөн инфраструктура”  милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") киң ҡоласлы, ул 12 федераль проектты үҙ эсенә алған. Мөһим маҡсаттарҙың береһе – граждандарҙың торлаҡ менән тәьмин ителешен бер кешегә 33 квадрат метрҙан да кәм булмаған кимәлгә еткереү һәм 2030 йылға тиклем ике меңдән ашыу эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөү һәм яңыртыу. Һис һүҙһеҙ, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эш өҙлөкһөҙ дауам итәсәк: 30 меңдән ашыу йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла һәм бәләкәй ҡалаларҙың еңеү яулаған 1600 проекты ла был эштә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ яңы проект элекке “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекттарын дауам итеп, федераль һәм төбәк селтәрҙәренең юл төҙөлөшөндә һәм ремонтлауҙа, йәмәғәт транспортын яңыртыуҙа һынылыш яһарға тейеш. Айырыуса дәүләт федераль трассаларын үҫтереүгә иғтибар арттырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы сайты.

Автор: Рахимов А.
Читайте нас