

— Ҡалаларҙа һәм райондарҙа эшләп килгән «Ғаилә» үҙәктәрендә бөтәһе 20 ошондай клуб асыла, улар көрсөк кисергән ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәктәре булырға тейеш, — тип һөйләне Ольга Панчихина.
Бынан тыш, «Балалар тауышын ишетәбеҙ» программаһы сиктәрендә онлайн рәүештә балаларҙың фекерен белешеү, ҡарарҙар ҡабул иткәндә уларҙың да фекерен иҫәпкә алыу планлаштырыла. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, етем балаларға, уларға юридик ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Шулай уҡ ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү буйынса эште дауам итеү күҙаллана. Икенсе Бөтә Рәсәй социаль театрҙар фестивале ойошторола. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт ярҙамсылары төп дәүләт имтиханында һәм берҙәм дәүләт имтиханында күҙәтеүсе булып ҡатнаша.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094