Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
22 Ғинуар , 03:20

-35 градус була

Урал аръяғында -40 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк һыуыта. 

-35 градус була-35 градус була
-35 градус була

Республикаға аномаль һыуыҡтар килә. 22 ғинуарҙан арктик һауа массаһының үтеп инеүенә бәйле республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Төнгө температура -24,-29 градусҡа тиклем төшәсәк (аяҙытҡанда -30,-35 градусҡа тиклем). Көндөҙгө температура -15,-20 градус (республиканың төньяғында -25-кә тиклем) тәшкил итәсәк. Был норманан 6-12 градусҡа түбәнерәк.

Һыуыҡтар төбәккә 22 ғинуарҙа килә һәм кәм тигәндә 26 ғинуарға тиклем тотҡарлана. Бындай һыуыҡ һауа торошо Волга буйы федераль округында һәм Уралда урынлашасаҡ. Урал аръяғында -40 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк һыуыта. Башҡортостан биләмәһендә, фаразлауҙар буйынса, һыуыҡтар -35 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк, айырыуса был төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондарға ҡағыла.

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-01-22/er-buly-y-35-gradus-bula-4545621 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас