Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
21 Ғинуар , 04:14

Башҡортостан шифаханаларҙа ял итеүселәр һаны буйынса 5 төбәк иҫәбенә инде

Тәүге урындарҙа — Кубань, Ставрополь, Ҡырым һәм Мәскәү яны шифаханалары. 

Башҡортостан шифаханаларҙа ял итеүселәр һаны буйынса 5 төбәк иҫәбенә индеБашҡортостан шифаханаларҙа ял итеүселәр һаны буйынса 5 төбәк иҫәбенә инде
Башҡортостан шифаханаларҙа ял итеүселәр һаны буйынса 5 төбәк иҫәбенә инде

2025 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың шифахана-курорт комплексы йәнә илдә иң яҡшыларҙың береһе булды, тиелә тармаҡ мониторингы мәғлүмәттәрендә. Башҡортостан шифаханалары 200 мең самаһы ял итеүсене ҡабул итеп, Рәсәйҙә тәүге бишәү иҫәбенә инде. Был иһә Волга буйы федераль округында беренсе урын.

Башҡортостанға туристар ағымы кәмеһә лә (-2%), республика шифаханаларының килеме 15% 8 миллиард һумға тиклем артҡан. Күп осраҡта уңыш республика шифаханаларында хаҡтар менән аңлатыла, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында. Уртаса хаҡ 3,7 мең һум тәшкил итә. 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас