Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
21 Ғинуар , 05:45

"Ҡаргиҙәр” операцияһы башланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 30 декабрендәге бойороғона ярашлы, 19 ғинуарҙа районда “Ҡаргиҙәр” айлығы башланды. Ул 24 февралгә тиклем барасаҡ. 

“Ҡаргиҙәр” операцияһының төп маҡсаты юлһыҙ урындарҙан йөрөгән мотосаралар, тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмалары кеүек техниканы ҡулланғанда йәрәхәтләнеү хәүефе янауын иҫкәртеүгә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Техника хужаларына өҫтәмә рәүештә үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошона талаптар, транспортты файҙаланғандағы етешһеҙлектәр, шулай уҡ бындай транспорт менән идара иткәндә кәрәкле тракторсы-машинист танытмаһын алыу тәртибе тураһында хәбәр ителәсәк.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас