

Лаҡлы ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында яңы амбулатория асылды, тип хәбәр итә Салауат районы хакимиәте.
Был амбулаторияла терапевт, педиатр, стоматолог кабинеттары, ике урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, процедура, прививка яһау, дарыухана, регистратура һәм ярҙамсы биналар бар. Ике төп инеү урыны пандустар менән йыһазландырылған. Табип амбулаторияһында Лағыр һәм Лаҡлы ауыл биләмәләрендә йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094