Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар , 04:26

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре яҡлаулы

Исемле йыл тамамланһа ла, эш дауам итәсәк.  

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре яҡлаулыЯугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре яҡлаулы
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре яҡлаулы

Башҡортостанда 2025 йылда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур күләмдә эш башҡарылды. Республикала 54 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә, шуларҙың 11-е 2025 йылда индерелгән. Уларҙы финанслау күләме ике тапҡырға артты – 13,4 миллиард һумдан 30 миллиард һумға тиклем. Был турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә исемле йылға йомғаҡ яһап вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

– Беҙҙең маҡсат – бер тапҡыр ғына ярҙам итеү түгел, ә яугирҙәрҙе тулы кимәлдә тыныс тормошҡа ҡайтарыу. Был процестың барышы төп индикаторҙар буйынса контролдә тотола. Ҡайтҡандарҙың 86,3 проценты диспансеризация, 25 проценты реабилитация үтә, 77,8 проценты эшкә урынлаштырылды, башҡа ярҙам күрһәтелә. Инвалид ветерандарға айырыуса иғтибар бүленә.

Тулыраҡ мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/care/2026-01-12/yaugir-r-m-ular-y-ail-l-re-ya-lauly-4534593

Автор:Рахимов А.
Читайте нас