Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар , 04:16

Коммуналь авариялар кәмейәсәк

Башҡортостанда милли проект буйынса 175 километр коммуналь селтәрҙе ремонтлау күҙаллана.  

Коммуналь авариялар кәмейәсәкКоммуналь авариялар кәмейәсәк
Коммуналь авариялар кәмейәсәк

Башҡортостанда 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты сиктәрендә 175 километр коммуналь селтәрҙәрҙе ремонтлау күҙаллана, ә артабанғы йылдарҙа күрһәткесте ике тапҡырға арттырырға мөмкин. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

– 2026 йылға өҫтөнлөктәр билдәләнде. Коммуникациялар менән шөғөлләнәсәкбеҙ, 175 саҡрым самаһы инженер селтәрҙәрен ремонтларға планлаштырабыҙ, ә алдағы йылдарҙа яңыртыуҙар һанын 400 саҡрымға еткерәсәкбеҙ. Селтәрҙәр күберәк эшләгән һайын, авариялар ҙа әҙерәк була, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Подробнее по ссылке https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-01-16/kommunal-avariyalar-k-mey-s-k-4538650 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас