Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
14 Ғинуар , 05:25

Февраль айы нисек буласаҡ?

Тәүҙә 0, аҙаҡ -33... 

Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтарҙан һуң йәнә йылытасаҡ. Төбәктә ғинуар аҙағына тиклем һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. Артабан республикаға аномаль йылылыҡ килә.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 0 градусҡа тиклем йылыта. Был февралдең тәүге көндәрендә була. Йылы һауа торошо календарь ҡыштың һуңғы айының тәүге декадаһында буласаҡ – температура -6 градустан түбән төшмәйәсәк.

Әммә февралдең икенсе декадаһы уртаһында йәнә һыуыҡтар көтөлә – төндә -33 градусҡаса һыуыҡтар көтөлә. Ҡыш сағыштырмаса йылы һауа торошо менән тамамланасаҡ. Февраль аҙағына термометр бағанаһы нуль билдәһенән ышаныслы үтәсәк һәм +2 градусҡа етәсәк.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас