Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
13 Ғинуар , 03:36

Тоҙ, сода һәм йод нимәнән дауа?

Вирустар баш ҡалҡытҡан осорҙа ошондай һыуҙы һәр ваҡыт ҡул аҫтында тотоғоҙ. 

Тоҙ, сода һәм йод нимәнән дауа?Тоҙ, сода һәм йод нимәнән дауа?
Тоҙ, сода һәм йод нимәнән дауа?

Һеҙҙең иғтибарға вирустарға, киҙеүгә ҡаршы көрәшеү өсөн ябай ғына алым тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн аш тоҙо, сода, йод һәм таҙа һыу ғына кәрәк. Бер стакан (200-250 миллилитр) һыуға бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ сода һәм өс-биш тамсы йод һалып, яҡшы итеп болғатығыҙ. Ошо нисбәтте ҡулланып, һыуҙы күберәк - 0,5 йәки бер литр итеп әҙерләргә лә мөмкин, сөнки ул тиҙ боҙолмай. Мәҫәлән, бер литр итеп эшләһәгеҙ, дүрт балғалаҡ тоҙ, дүрт балғалаҡ сода, 15-20 тамсы йод кәрәк була. 

Әгәр ҡан баҫымығыҙ юғары булһа, тоҙҙо аҙыраҡ һалығыҙ. Әҙер һыуҙы йыуыныу бүлмәһендә тотоғоҙ һәм даими рәүештә, мәҫәлән, иртәле-кисле йыуынғанда, көндөҙ ҡулығыҙҙы йыуған мәлдә ошо ҡатнашма менән тамағығыҙҙы сайҡағыҙ. Был ҡатнашма һеҙҙе миҙгел вирустарынан, киҙеүҙән һаҡлар. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас