Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
13 Ғинуар , 05:19

Орден тапшырылды

БР Хөкүмәте ултырышындағы аҙналыҡ кәңәшмәлә Башҡортотсан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров махус хәрби операцияла ҡатнашыусы мотоуҡсылар полкы командиры полковник Ринат Ибраһимовға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. – Үҙеҙеҙҙе һәм яугирҙәребеҙҙе һаҡлағыҙ. Махсус операция тамамланғас, һеҙҙе көтәбеҙ. Ваҡыт еткәс, һеҙ барығыҙ ҙа гражданлыҡ тормошона әйләнеп ҡайтасаҡһығыҙ һәм тыныс тормошта йәшәрәһегеҙ,- тине Радий Фәрит улы.

Орден тапшырылдыОрден тапшырылды
Орден тапшырылды

Яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн юғары бүләккә лайыҡ булды.

– Фронтҡа һәм хәрбиҙәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ә беҙҙең бурыс – Башҡортостан улдарының өйҙәренә иҫән-һау ҡайтарыу. Яңы йылда барығыҙға ла сәләмәтлек һәм иң мөһиме баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө теләйем. Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ!- тине Ринат Ибраһимов.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас