Оҙайлы ялдарҙа күптәр рәхәтләнеп мунса ингәндер, шифалы миндектәр менән сабынғандыр. Ә һеҙ ниндәй миндек файҙалы икәнлеген беләһегеҙме?
Ҡайын миндеге быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бигерәк тә файҙалы. Ул тирене таҙарта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Йәш япраҡтан бәйләнгән миндектең еҫе бар мунсаға тарала, бөтә тәнеңде сихәтләндерә. Уны бешекләгән һыу менән сайҡатҡанда сәс нығына, ҡауаҡ бөтә.
Тулыһынса мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-01-11/nind-y-mindek-fay-aly-4532931