Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
13 Ғинуар , 09:44

Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Унда 650-нән ашыу кеше йәшәгән Баймырҙа, Яңы Килмәт, Левицкий ауылдары халҡы медицина ярҙамы ала аласаҡ 

Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылдыФельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Мишкә районының Баймырҙа ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проекты бурыстарына ярашлы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда фельдшер, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, санузел, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, шулай уҡ медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-яраҡтарын һаҡлау урыны бар.

Унда 650-нән ашыу кеше йәшәгән Баймырҙа, Яңы Килмәт, Левицкий ауылдары халҡы медицина ярҙамы ала аласаҡ. Бынан тыш, унда һанлы медицина хеҙмәттәре менән файҙаланырға була. Фельдшер ситтән тороп ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын аса, электрон рецепт яҙа һәм медицина мәғлүмәттәрен башҡа учреждениеға консультацияға ебәрә ала.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты - граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас