

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ике аҙналыҡ ялға ҡайтарыла. Күптән түгел Хәйбулла районы хакимиәтендә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан "Башҡорт" позывнойлы яугир менән осрашыу үткән. Был хаҡта район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
“Бөгөн яҡташыбыҙ - ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ваҡытында тыуған төйәгенә ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир менән таныштым. Беҙҙең “Башҡорт” 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операция зонаһында өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә хеҙмәт итә. Яҡташтарыбыҙ менән бер рәттән ул да үҙ бурысын лайыҡлы үтәй. Яугир тыйнаҡ ҡына хеҙмәте хаҡында һөйләне һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Тулыһынса мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2026-01-12/bash-ort-yal-a-ayt-an-4534790