

Йәрмәкәй районында өлкән быуын өсөн аралашыу үҙәге асылды, тип хәбәр итә район хакимиәте. Был үҙәк “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) сиктәрендә асылған.
Үҙәктең төп маҡсаты – оло йәштәге кешеләрҙең әүҙем оҙон ғүмерлелеген һаҡлау һәм уларҙың ялын төрлөләндереү. Бында бәләкәй китапхана, өҫтәл уйындары бар, шулай уҡ, мәҙәни һәм уҡытыу саралары үткәреү планлаштырыла.
– Беҙҙең оло йәштәгеләр бик әүҙем һәм һәр ваҡыт хәрәкәттә. Улар клубтар ойоштора, сәләмәт, әүҙем спорт тормошо алып бара, фронтҡа ярҙам итеүсе ирекмәндәр клубы ағзалары булып тора. Был пенсия йәшендәге әүҙем өлкәндәребеҙ үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн йыйылырға һәм сара үткәрергә йыш ҡына урын таба алмай. Хәҙер беҙҙең районда ла уларҙы бергә үткәреү өсөн уңайлы, яҡты майҙан барлыҡҡа килеүенә бик шатмын, – тине Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Рөстәм Әлимғафаров.
“Ғаилә” милли проекты әсәлек капиталы түләү, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыу буйынса ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.