

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов хәбәр итеүенсә, 2025 йылда адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә республикала 76 социаль объект төҙөлә, шуларҙың һигеҙе – өс милли проект сиктәрендә сафҡа инә. Бер рәттән Башҡортостанда дөйөм хаҡы 21 миллиард һумдан ашыу булған 14 объект тамамланды. Улар араһында: Баймаҡ районының Урғаҙа ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк, Мәсетле районының яңы Мөслим ауылындағы мәҙәниәт йорто, Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарындағы бассейндар, Мәләүездәге “Спартак” стадионы, шулай уҡ республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә алты поликлиника төҙөлә. Мәҫәлән, декабрҙә Аҫҡын районында поликлиника асыла, Яңауылда, Учалыла һәм Благовещенда медицина учреждениелары лицензия алды һәм тиҙҙән пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Мәғариф өлкәһендә 2025 йылда бер нисә мәктәпте, шул иҫәптән Өфө районының Шмидт ауылында 640 урынлыҡ Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемендәге мәғариф үҙәге асылды. Бынан тыш, “Ғаилә” һәм “Йәштәр һәм балалар” милли проекттары сиктәрендә федераль финанстар йәлеп итеп, Ноғай ауылында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм Өфөлә республика математика лицей-интернаты төҙөлә башланы.
Рөстәм Ғәзизов торлаҡ-коммуналь хужалығы объекттарын яңыртыу хаҡында ла һөйләне. 2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 68 километр һыу менән тәьмин итеү селтәре һәм 4 километрҙан ашыу йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәре ремонтлана.
Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы республика Хөкүмәтенең төҙөлөш һәм инфраструктура блогына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бындай проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ваҡытты һәм сифатты ҡәтғи үтәүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.