Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2025, 03:08

Ҡотандарҙың тормошона ҡот инде

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ҡотандарҙың тормошона ҡот индеҠотандарҙың тормошона ҡот инде
Ҡотандарҙың тормошона ҡот инде

Бөрйән районының Ҡотан ауылында заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Медицина пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ әйберҙәр менән тәьмин ителгән. Унда фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар үткәреү, пациенттарҙың көтөүе өсөн урындар һәм башҡалар барлыҡҡа килгән. “Фельдшер-акушерлыҡ пункты 252 кеше йәшәгән Ҡотан ауылына медицина ярҙамын күрһәтәсәк”, - тип белдерҙе фельдшер Алһыу Аҫылбаева.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас