Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2025, 03:06

Мәктәптә психология-педагогия класы асылды

Был класта бөтәһе 14 бала уҡый. Уларҙы уҡытыусы-психолог, тәрбиәсе, дефектолог, вожатый йүнәлештәре буйынса әҙерләйәсәктәр.

Мәктәптә психология-педагогия класы асылдыМәктәптә психология-педагогия класы асылды
Мәктәптә психология-педагогия класы асылды

Ҡалтасы районының 2-се мәктәбендә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) ярҙамында профилле психологик-педагогик класс асылды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Был класта бөтәһе 14 бала уҡый. Уларҙы уҡытыусы-психолог, тәрбиәсе, дефектолог, вожатый йүнәлештәре буйынса әҙерләйәсәктәр. Дәрестәрҙә уҡыусылар психология һәм педагогика нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, шулай уҡ лидерлыҡ сифаттарын үҫтерәсәк. Программаны республиканың педагогия колледждары һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырырға планлаштыралар.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-12-16/altasy-m-kt-bend-psihologiya-pedagogiya-klasy-asyldy-4508859

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас