

13 декабрҙә “Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында” Законға үҙгәрештәр индерелә.
– Үҙгәрештәр шәхси клиникалар эшмәкәрлегенә ҡағыла: улар пациенттарға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник күрһәтмәләре нигеҙендә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе тәьмин итергә тейеш, – тип аңлатты яңылыҡтарҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Закон медицина ярҙамы сифаты стандарттарын пациенттың уны ҡайҙа – дәүләт клиникаһындамы йәиһә шәхси клиникаламы, алыуына ҡарамаҫтан, берҙәмләштереүгә йүнәлтелгән. Шәхси медицина учреждениеларының клиник тәҡдимдәргә инеү мөмкинлегенән тыш, уларҙы көндәлек табиплыҡ практикаһында ҡулланыуҙы тәьмин итергә тейешлеге тураһында һүҙ бара. Был – хәүефһеҙлек һәм табиплыҡ хатаһы хәүефен кәметеү мәсьәләһе. Республикала медицина хеҙмәттәре сифаты берҙәм заманса ҡараштар менән билдәләнергә тейеш, ә медицина ойошмаһының милек рәүеше менән түгел.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094