

Йыйылма командаларҙың сәмле уйындарынан һуң, шәхси беренселектә еңеүселәр асыҡланды. Беренсе таҡтала – Вилдан Ҡунаҡҡолов, икенсе таҡтала Альберт Рәхимов – “бронза” һәм дүртенсе таҡтала Юлай Мәзитов – “алтын” миҙал яуланы. Мәрәйҙәр буйынса йыйылма командалар араһында имәндәштәр – беренсе, ҡауарҙылар – икенсе, архангелдәр өсөнсө урынға сыҡты. Мәрәйҙәр буйынса йыйылма командалар араһында ҡауарҙылар – беренсе, ҡырмыҫҡалылар – икенсе, архангелдәр өсөнсө урынға күтәрелде. Блиц-турнирҙа бөтә шахматсылар ҙа үҙ-ара уйындар үткәрҙе. Альберт Рәхимов (Архангел) биш турҙа ла яҡшы уйын күрһәтеп, чемпион исемен яуланы, икенселә – Рәис Абдуллин (Ҡауарҙы), өсөнсөлә – Сабир Исхаҡов (Ҡауарҙы).
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.