Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
10 Декабрь 2025, 11:20

Барыһы өсөн дә асыҡ

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында “Барыһы өсөн дә асыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә шахмат буйынса турнир уҙҙы. Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова сәләмләгәс, балалар үҙ-ара уйындар үткәрҙе.

Барыһы өсөн дә асыҡБарыһы өсөн дә асыҡ
Барыһы өсөн дә асыҡ

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса туғыҙ йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙан – Сафина Ралина, Әлмөхәмәтова Әминә, Хисмәтуллина Айзилә, туғыҙ йәшкә тиклемге малайҙарҙан – Зәбиров Эдгар, Клоков Глеб, Моргунов Максим, 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙан – Сысоева Диана, Иштуғанова Эльмира, Хөснөтдинова Диана, 18 йәшкә тиклемге егеттәрҙән Ғафаров Алмаз, Зәбиров Аслам һәм Меркулов Роман еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас