Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
8 Декабрь 2025, 09:57

Вуз-ара кампус резиденттары студенттары бал королеваһы һәм короле булды

Өфөлә вуз-ара кампус резиденты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған студенттар балы үтте. 

Вуз-ара кампус резиденттары студенттары бал королеваһы һәм короле булдыВуз-ара кампус резиденттары студенттары бал королеваһы һәм короле булды
Вуз-ара кампус резиденттары студенттары бал королеваһы һәм короле булды

Бал Өфөнөң ете юғары уҡыу йортонан һәм дүрт колледжынан 300-гә яҡын студентты Рәсәйҙең тарихи бал мәҙәниәте мөхитенә сумдырыу, Ватан тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары хаҡында иҫкә төшөрөү өсөн йыйҙы.

Студенттар менән бергә бейеү кисәһендә Аҡмулла университеты уҡытыусылары, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар вәкилдәре ҡатнашты. Бейеү, вокал һәм инструменталь номерҙарҙы Гүзәл Сөләймәнованың балет студияһы тәрбиәләнеүселәре, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыкаль һәм хореография белеме кафедраһы студенттары һәм уҡытыусылары тәҡдим итте.

https://bashgazet.ru/news/belem-m-t-rbi/2025-12-08/vuz-ara-kampus-rezidenttary-studenttary-bal-koroleva-y-m-korole-buldy-4497634

Автор:Рахимов А.
Читайте нас