

Күмерҙе күптәр аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда ғына ҡулланырға кәрәк, тип уйлап яңылыша. Күмерҙе насар еҫте бөтөрөү өсөн дә файҙаланырға мөмкин икән.
Мәҫәлән, *һыуытҡыста берәй ризыҡтың оҙағыраҡ ятыуы сәбәпле насар еҫ сыҡһа, активлаштырылған күмер ярҙамға килер. Кәштәләрен йыуып, ҡоротоп һөртөргә лә киң генә һауытҡа бер нисә күмерҙе һалып ултыртырға. Уны 8-10 сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға. Бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмаҫ.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-12-04/aktivlashtyryl-an-k-mer-e-fay-a-y-tura-ynda-4493951