

Тантаналы сараны асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динара Хисамова, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, райондың “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы Регина Ишмөхәмәтова, Махсус хәрби операциянан демобилизацияланып ҡайтыусы Илнар Фәтҡуллин ҡатнашыуы бәйгегә ҙур мәртәбә өҫтәне.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 2-се Архангел мәктәбе – беренсе, 1-се Архангел мәктәбе – икенсе һәм Баҡалды ауыл биләмәһе баскетболсылары өсөнсө урынға сыҡты.