Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Ноябрь 2025, 04:53

Радмила – афарин!

3-6 ноябрь Өфө ҡалаһында 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Николай Маскимов иҫтәлегенә ойошторолған ярышта илебеҙҙең 32 төбәгенән 162 спортсы көс һынашты. 

Радмила – афарин!Радмила – афарин!
Радмила – афарин!

Башҡортостан йыйылма командаһы исемлегендә “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә шөғөлләнеүсе Мөхәмәҙиева Радмила менән Годунцова Виктория сығыш яһаны. Радмила 46 килограмға тиклемге спортсылар араһында уңышлы сығыш яһап, “бронза” миҙал яуланы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас