Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Ноябрь 2025, 04:47

Мөмкинлектәр бар

Районда үҙ эшеңде асыу мәсьәләләре буйынса Берҙәм консультациялар көнө үтте. Сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы ойошторолдо. Граждандарҙы иҡтисад бүлеге начальнигы Наталья Кириллова менән мәшғүллек үҙәге начальнигы Наталья Матвеева ҡабул итте. 

Белгестәргә эшҡыуарҙар ҙа, үҙ эшен башларға уйлаусылар ҙа мөрәжәғәт итте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бәләкәй һәм урта бизнес үҫешенә булышлыҡ итеү механизмдары һәм дәүләт программалары, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы алыу мөмкинлектәре, үҙ эшеңде асыу өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында белде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас