Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Ноябрь 2025, 04:41

Биш йылда – 12 проект

"Раевка шәкәре", "Башҡорт туңдырмаһы", Бәләбәй һөт комбинатында ниндәй үҙгәрештәр? 

Биш йылда – 12 проектБиш йылда – 12 проект
Биш йылда – 12 проект

Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген эшкәртеү буйынса дөйөм суммаһы 9,6 миллиард һумлыҡ 12 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына тап килә.

2030 йылға агросәнәғәт комплексы продукцияларын етештереү индексын 2021 йылдың күрһәткестәренә ҡарағанда кәмендә 25 процентҡа арттырыу планлаштырыла. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас