Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
24 Ноябрь 2025, 11:17

Беләктәге көс келәмдә беленә

Максим Горький ауылы мәктәбендә ирекле көрәш буйынса район-ара бәйге уҙҙы. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә ярҙам йәһәтенән ойошторолдо. Ярышҡа “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге (Архангел һәм Максим Горький ауылдары), Ишимбай һәм Өфө ҡалаһынан барыһы 40-тан ашыу спортсы ҡатнашты.

Беләктәге көс келәмдә беленәБеләктәге көс келәмдә беленә
Беләктәге көс келәмдә беленә

Сараға “Уҡытыусы” һәм “Кот” ҡушаматлы яҡташтарыбыҙ, шулай уҡ башҡа яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары саҡырылды. Район хакимиәте идарасыһы Татьяна Галина, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Роберт Әмәкәсов барыһын да сәләмләгәс, үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар келәмдә үҙ-ара көс һынашты.

 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас