Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
20 Ноябрь 2025, 04:28

Юлды ремонтлау тамамлана

Ремонт мәктәпкә, балалар баҡсаһына, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр һәйкәленә һәм башҡа мөһим объекттарға барыуҙы тәьмин итәсәк.

Юлды ремонтлау тамамланаЮлды ремонтлау тамамлана
Юлды ремонтлау тамамлана

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Яңы Барятин ауылына инеү юлының асфальты яңыртылды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.

Эштәр 2,27 километр оҙонлоҡтағы участкала алып барыла. Юлсылар ресайклинг технологияһы буйынса нигеҙҙе нығытҡан, ике ҡат асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәгән. Подряд ойошмаһы юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға ниәтләй. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-11-20/muravey-m-ya-y-baryatin-auyldaryna-yuldy-remontlau-tamamlana-4474261

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас