Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
20 Ноябрь 2025, 04:49

Йәйәүлеләр, һаҡ булығыҙ!

Йыл башынан Өфөлә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 303 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был авариялар һөҙөмтәһендә 304 кеше йәрәхәтләнгән, ете кеше һәләк булған... 

Йәйәүлеләр, һаҡ булығыҙ!Йәйәүлеләр, һаҡ булығыҙ!
Йәйәүлеләр, һаҡ булығыҙ!

Өфөнөң Дәүләт автоинспекцияһын был хәл тәрән борсоуға һала. Ошоға бәйле улар халыҡҡа мөрәжәғәт итә:

- Полиция хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеү өҫтөндә әүҙем эшләй. Уларҙың маҡсаты - йәйәүлеләрҙең иғтибарһыҙлығы менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте берлектәге тырышлыҡ менән ҡала урамдарын төҙөкләндерә һәм уның территорияһын яңы билдәләр, йәйәүлеләр зоналары, ҡоймалар менән йыһазландыра, улар йәйәүлеләргә билдәләнмәгән урындарҙа юл аша сығырға мөмкинлек бирмәй. Шулай уҡ водителдәр тиҙлекте кәметһен, иғтибарлы булһын өсөн ҡайһы бер урындарҙа яһалма тигеҙһеҙлектәр булдырыла.

Тулыраҡ https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-19/y-y-lel-r-a-buly-y-4473830 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас