Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
20 Ноябрь 2025, 04:38

Продукцияны экспортлау арта

Май продукциялары өҫтөнлөк итә

Продукцияны экспортлау артаПродукцияны экспортлау арта
Продукцияны экспортлау арта

Быйыл 10 ай эсендә Башҡортостан 428 мең тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлаған, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш 108 процент тәшкил иткән.

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международна кооперация и экспорт”) башҡарыла.

Экспорт структураһында элеккесә май продукцияһы тармағы өҫтөнлөктө биләй, ул 71,8 процент тәшкил итә. Икенсе урында аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы (16,3 процент).

Ҡалған өлөштө иген һәм башҡа продукция тәшкил итә. 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас