

Шишмә районында ҙур булмаған ауылдарҙы Өфө-Шишмә трассаһы менән тоташтырыусы Ҡара Яҡуп — Петряев юлын ремонтлау тамамланды. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә Яңы Троицкий менән Ибраһим араһында 1,7 километр юл япмаһы яңыртылды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.
Юлсылар иҫке япманы алып ташлай, тигеҙләү ҡатламын һәм яңы юл япмаһын һала, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.
— Шишмә районында 50 меңгә яҡын кеше йәшәй. Район халҡы өсөн был мөһим маршрут, ул Шишмә район үҙәгенә һәм республиканың баш ҡалаһы Өфөгә алып бара, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-11-19/ara-ya-up-petryaev-yulyny-1-7-kilometry-remontlandy-4472706 сайтынан алынды.