

Миәкә районының Ҡорманайбаш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу барышында төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Быға тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты 1986 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан булған, унда һыу менән тәьмин итеү һәм канализация булмаған. Яңы бина заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094