Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
18 Ноябрь 2025, 03:43

Психиатр-нарколог һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ

Был хроник сирҙе бергәләп кенә еңергә мөмкин. 

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна Николаевна Старостина республикала наркоманлыҡты булдырмау, уның таралыуына юл ҡуймау, кемгә мөрәжәғәт итеү, йәмғиәт һаулығын һаҡлау һәм башҡалар тураһындағы лекциялар менән мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында һәм башҡа ойошмаларҙа сығыш яһалыуы тураһында хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, республикала профилактика кабинеттары бар. “Уларға барыуҙан, наркологтарға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға ярамай. Наркоманлыҡ – ул хроник сир. Уның бөтөп тә кире килеп  сығыу осраҡтары бар. Шуға күрә бындай ауырыуға дусар булғандар наркологта даими күҙәтелергә тейеш”, - тигән фекерҙә табип. 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас