Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
18 Ноябрь 2025, 03:28

“Өн аша ете төш”

Милли проекттар 13 Ноябрь , 07:40 Салауатта Ленин майҙаны һәм Беренсе май урамы төҙөкләндерелде. Яңы йәмәғәт киңлеге “Өн аша ете төш” тип атала. Унда велосипед юлдары һәм ижади сығыштар өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән.

“Өн аша ете төш”“Өн аша ете төш”
“Өн аша ете төш”

Салауат ҡалаһында Ленин майҙаны һәм уға йәнәш Беренсе май урамы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарына ярашлы төҙөкләндерелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Яңы йәмәғәт киңлеге “Өн аша ете төш” тип атала. Унда велосипед юлдары һәм ижади сығыштар өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ белгестәр арт-объекттарҙы — Нуль километрын һәм аллеяға инеү урынында “Салауат” яҙыуын урынлаштырҙы. Бынан тыш, яңыртылған йәмәғәт биләмәһендә йәйәүлеләр аллеяһы, балалар өсөн уйын зонаһы эшләнгән һәм кибеттәр урынлаштырылған.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас