Наркомания – ул психоктив матдәләргә тотоп тыйғыһыҙ тартылыу. Уның үҫешенең төп билдәһе – наркотикка күнегеү, дозаһын һәм йышлығын арттырыу кәрәклеге, наркотиктан физик бәйлелек тыуыуы – сираттағы доза булмағанда абстинентлы синдром барлыҡҡа килеүе йәғни “ломка” башланыуы. Бөтә психоактив матдәләр ҙә ағыу ул, мейе күҙәнәктәре һәләк булыуы һөҙөмтәһендә наркомандың фекер йөрөтөүе боҙола, интеллекты һәм хәтере кәмей.
Наркотиктар ҡулланыу психиканы үҙгәртә, кеше үҙ эсенә йомола, хис-тойғоһо ярлылана, хәрәкәте боҙола. Организмдағы бөтә ағыуҙар бауыр тарафынан зарарһыҙландырыла, наркотик ҡабул итеү уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм циррозға юлыҡтыра. Наркомандарҙың йөрәк мускулы туҙа, иммунитеты кәмей. Энәләрҙе йыш ҡулланғанлыҡтан һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәнлектән, наркомандар йыш ҡына бер-береһен В һәм С гепатиты, сифилис һәм ВИЧ-инфекция менән зарарлай.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094