Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
18 Ноябрь 2025, 03:25

Инвалидтарға эш урындары арта

Эш биреүселәргә ошо маҡсатта дәүләт ярҙамы көсәйтелә. 

Инвалидтарға эш урындары артаИнвалидтарға эш урындары арта
Инвалидтарға эш урындары арта

Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәшғүллеген арттырыу һәм эш биреүселәрҙе дәртләндереү өсөн Башҡортостанда төрлө ярҙам саралары, шул иҫәптән эш урындарына квоталар биреү, уларҙы “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә йыһазландырыу тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

– Быйыл инвалид граждандарҙы эшкә урынлаштырған предприятиелар һаны 350-гә артҡан. Был категория халыҡты эшкә урынлаштырыу 9 643 ойошмаға бүленгәнӨфө моторҙар эшләү берекмәһендә генә 400-ҙән ашыу инвалид эшләй. Һис шикһеҙ, ыңғай үҫеш хеҙмәт урындарын квоталау, уларҙы йыһазландырыу, инвалидтарҙы стажировкалау кеүек киң ярҙам сараларына бәйле, – тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас