Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
18 Ноябрь 2025, 03:27

Эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультация үткәрелгән

«Минең бизнесым» үҙәгенең Салауаттағы офисы эшҡыуарҙар өсөн 600-ҙән ашыу бушлай консультация үткәргән.

Эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультация үткәрелгәнЭшҡыуарҙар өсөн бушлай консультация үткәрелгән
Эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультация үткәрелгән

2025 йыл башынан алып «Минең бизнесым» үҙәгенең Салауаттағы филиалы 600-ҙән ашыу консультация хеҙмәтләндереүе күрһәткән. Иң күп һорауҙар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан килде - 320 консультация. Үҙмәшғүл граждандарға - 170, физик шәхестәргә 100-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән. Ярҙам «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика»), милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бойомға ашырыла, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

- Башҡортостандың «Минең бизнесым» үҙәге яңы эш башлаған һәм эшләгән эшҡыуарҙарға киң консультация ярҙамы күрһәтә. Белгестәр һалым һалыуҙың ҡулай системаһын һайлау, финанслау йәлеп итеү һәм проекттарға ярҙам итеү буйынса бушлай консультация бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас