

Мәләүез районының Яңы Юлдаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде.
Был учреждение “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Модулле бина заманса талаптарға һәм стандарттарға тап килә. Унда фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура, пациенттар өсөн көтөү бүлмәләре бар. Медикаменттарҙы, йыйыштырыу инвентарҙарын һаҡлау өсөн урын да бүленгән. Ололарға һәм аҙ мобилле кешеләргә пандус эшләнгән.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094