Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
18 Ноябрь 2025, 03:31

Ауыл халҡы таҙа, сифатлы һыулы булды

Полиэтилен тутыҡмай, тимәк, һыуға металл окистары эләкмәйәсәк. Крандан аҡҡан һыу таҙараҡ буласаҡ. Был торбалар температураның үҙгәреүенән ҡурҡмай һәм оҙаҡ хеҙмәт итә. Хәҙер һыуға бәйле ҡышҡы һәм йәйге өҙөклөктәр һирәк күренеш буласаҡ. 

Ауыл халҡы таҙа, сифатлы һыулы булдыАуыл халҡы таҙа, сифатлы һыулы булды
Ауыл халҡы таҙа, сифатлы һыулы булды

Салауат районының Малаяҙ ауылында һыу тәьминәте селтәрҙәренә капиталь ремонт тулы күләмдә һәм билдәләнгән ваҡытта үткәрелгән. Эш «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль программаһына ярашлы башҡарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Бөтә ауыл буйынса 3,8 саҡрым яңы полиэтилен торба һалынған. Полиэтилен тутыҡмай, тимәк, һыуға металл окистары эләкмәйәсәк. Крандан аҡҡан һыу таҙараҡ буласаҡ. Был торбалар температураның үҙгәреүенән ҡурҡмай һәм оҙаҡ хеҙмәт итә. Хәҙер һыуға бәйле ҡышҡы һәм йәйге өҙөклөктәр һирәк күренеш буласаҡ. Заманса материалдарҙы файҙаланып, дөйөм ресурсты һаҡсыл тотонорға мөмкин. 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094

Автор:Рахимов А.
Читайте нас