

Нефтекамалағы Ленин урамында Хеҙмәт даны аллеяһын төҙөкләндерҙеләр. Йәмәғәт киңлеге башындағы стеланы “Н” хәрефе формаһында монтажланылар, архитектура яҡтыртыуын ҡуйҙылар.
Был эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле атҡарылды.
Биләмәнең үҙен тематик зоналарға бүлделәр. Үҙәктә монументтар урынлашҡан. Беренсе зона – ҡаланы төҙөүселәргә, икенсеһе – нефть сығарыу тармағына, өсөнсөһө Нефтекама ҡалаһының беренсе етәксеһе Евгений Карцевҡа арналған.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-68213481715094