Инйәр
+30 °С
Облачно
Новости
17 Ноября 2025, 09:27

Иң мөһиме – эшеңде яратыу

17 ноябрҙә Рәсәйҙә Полицияның участка уполномоченныйҙары көнө билдәләнә. Байрамдың датаһы осраҡлы һайланмаған: был көндө 1923 йылда “Участка күҙәтеүсеһе инструкцияһы” раҫланған. Тап ошо саҡтан алып бөтә торлаҡ пункттарында ла үҙ “күҙәтеүселәре” барлыҡҡа килгән.

Иң мөһиме – эшеңде яратыуИң мөһиме – эшеңде яратыу
Иң мөһиме – эшеңде яратыу

Әлеге ваҡытта районда – 5 участковый. Барыһынан да йышыраҡ беҙ ниндәй ҙә булһа батырлыҡ яһаған – кешене ҡотҡарған йәки тапҡан, ҡурҡыныс енәйәтсене тотҡан полиция хеҙмәткәрҙәре тураһында ишетәбеҙ. Участковыйҙарҙың көн һайын башҡарған бер төрлө эше тураһында телгә алыусылар бик аҙ. Уларҙың һөнәри байрамдары алдынан өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Л.Ҡ.Хәмитова менән осраштыҡ.

Ләйсән Ҡасим ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Шәрәй ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, баш ҡалала педагогия өлкәһендә белем ала. Шулай ҙа, хеҙмәт юлын йәмәғәт тәртибен, кешеләрҙең ғүмерен, хәүефһеҙлеген, хоҡуҡтарын һаҡлау йүнәлешен яҡын күргәс, Өфөлә, ул ваҡыттағы “милиция”ға эшкә килә.

– Эске эштәр министрлығында 20 йылға яҡын хеҙмәт итәм. Хәҙер биш йыл самаһы Архангел районында участка уполномоченныйы вазифаһын биләйем. Әлеге мәлдә минең ҡарамаҡҡа Абҙан, Краснокуртовка һәм Липовка ауыл биләмәре инә. Мин халыҡҡа яҡын булырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе аңларға һәм хәл итергә, хөрмәт һәм хәстәрлек күрһәтергә тейешмен. Бигерәк тә балиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү төп бурыстарҙың береһе. Беҙ бөтә граждандарҙы ла белергә бурыслы: ҡайһыһы алдан хөкөмгә тарттырылған, ҡайһыһында ҡорал бар, ә кемеһе иҫәптә тора... Ғаилә янъялсылары, алкоголле эсемлектәр менән мауығыусылар, башҡа тәртип боҙоусылар менән профилактик саралар уҙғарыуға айырым иғтибар бирелә. Беҙ халыҡ менән туранан-тура эшләргә, улар менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға тейеш. Шуға латәфтишсе лә, оперативник та, һиҙгер психолог та булырға кәрәк. Кешеләргә ярҙамың тейеп, уларҙың рәхмәтен тояһың икән, тимәк, һин үҙ бурысыңды атҡарғанһың,- тип белдерҙе Ләйсән Хәмитова.

Үҙҙәрен хоҡуҡ һәм тәртип һағына бағышлаған һөнәр эйәләре араһында тәртип һаҡлаусылар айырым бер урын алып тора – халыҡҡа яҡын булыу, яуаплы участканың нисек “йәшәүен” тойоу оҫталыҡ талап итә. Ошо һөнәр эйәләре – яуаплы биләмәнең ҙур таянысы. Эшен нисек ҡуя, урындағы халык та уға шундай мөнәсәбәттә булыусан. “Беҙҙең участковый ул!” тип ауылдаштар ғорурлыҡ менән әйтә икән, иң ҙур баһа шулдыр.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас