

Бындай аралашыу форматы республика етәкселегенең халыҡҡа яҡын булыуын, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә әҙер булыуын күрһәтә. Тура эфирҙа медицина йүнәлеше буйынса ла һорауҙар ҙа яңғыраны. Мәҫәлән, лейкоплакия сирен дауалау буйынса һорау ярты сәғәт эсендә тиерлек хәл ителде. Әле Башҡортостанда 360-ҡа яҡын бала лейкоплакия менән яфалана. Уны асыҡлау – балалар гинекологтарының яуаплылыҡ зонаһы, улар уны профилактик тикшереүҙәр ваҡытында диагностикалай. Һуңынан пациенттарҙы дауаланыу өсөн республика балалар клиник дауаханаһына ебәрәләр.