Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
12 Ноябрь 2025, 05:16

Мөһим юлдың тағы өс километры яңыртылды

Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим трассаһы участкаһы норматив хәлгә килтерелде.  

Мөһим юлдың тағы өс километры яңыртылдыМөһим юлдың тағы өс километры яңыртылды
Мөһим юлдың тағы өс километры яңыртылды

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса өс километр оҙонлоҡтағы Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим трассаһы участкаһы норматив хәлгә килтерелде, тип хәбәр иттеләр төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Лағыр ауылы аша үткән участкаға яңы асфальт һалына, һыу үткәргес торбалар һәм тротуарҙар эшләнә. Шулай уҡ белгестәр кәртә һәм периль ҡоймаларын монтажлай, юл билдәләрен ҡуя.

"Миәшәгәр-Торналы-Мөрсәлим юлы Салауат районы халҡы өсөн мөһим. Унда 24 меңдән ашыу кеше йәшәй. Был трасса шулай уҡ туристарҙы йәлеп итә. Лағыр ауылы Әй йылғаһының матур ярында урынлашҡан. 2022 йылда урындағы халыҡ унда күҙәтеү майҙансығы төҙөй. Унан йылға һәм тауҙар күренеп тора. Ошо юлдан республика халҡы һәм ҡунаҡтары йәйге ял итеү урындарына һәм тәбиғәттең иҫтәлекле урындарына барып етә ала", - тине транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Дөйөм алғанда, был осорҙа оҙонлоғо 7,4 километр булған Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим трассаһының өс өлөшөн тәртипкә килтереү ҡаралған. Атап әйткәндә, юлсылар Лаҡлы ауылына боролоштан алыҫ түгел 1,4 километр юл өлөшөн яңыртҡан да.

“ТормошөӨсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас