Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
12 Ноябрь 2025, 05:19

Башҡортостанға МХО яугирҙәре кәрәк

Улар өсөн әҙерләнгән "Башҡортостан геройҙары" программаһы артабан да дауам итәсәк!     

Башҡортостанға МХО яугирҙәре кәрәкБашҡортостанға МХО яугирҙәре кәрәк
Башҡортостанға МХО яугирҙәре кәрәк

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан яугирҙәрҙең Радий Фәрит улына һорауҙары күп ине. Мәҫәлән, уларҙы “Башҡортостан геройҙары” программаһының киләсәге ҡыҙыҡһындырҙы. Һорауҙы Стәрлетамаҡтан “Боксер” позывнойлы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Алексей Сухоруков исемендәге айырым реактив артиллерия батареяһы командиры гвардия өлкән лейтенанты Александр Козоногов мөрәжәғәт итте. Ул МХО ветерандарын һәм ҡатнашыусыларҙы уҡытыу программаһы дауам итерме, юҡмы тип ҡыҙыҡһынды.

Александр Козоногов кадрҙар программаһының бөтә этаптарын үткән, әммә ғәмәлдәге хәрби хеҙмәткәр булғанлыҡтан, уны проект резервына бүләләр. Хәрби хеҙмәт тамамланғандан һуң офицер уҡыуын дауам итергә теләй.

“Башҡортостан геройҙары” программаһы һис шикһеҙ дауам итәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Беҙ ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһына етди ҡарайбыҙ. Ул үҙ миссияһын республикаға хеҙмәт итеүҙә күргәндәр өсөн. Беҙ барыбер күберәк хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе идара итеү структураларында күрәбеҙ. Әле 70 кеше уҡый, һәм беҙҙең бурыс – уҡыу тамамланғас, уларҙы эшкә саҡырыу. Ҡайһы бер кешеләр был хеҙмәтте үҙләштерә башланы ла. Уларҙың барыһы ла лайыҡлы урын табыр, тип уйлайым. Шуға күрә программаны дауам итәсәкбеҙ. Һеҙ, иң мөһиме, иҫән-һау ҡайтығыҙ. Һәм бергә эшләйәсәкбеҙ, кемгә кәрәк, шуны дауалаясаҡбыҙ һәм реабилитация үткәрәсәкбеҙ. Эшкә урынлашырға ярҙам итәсәкбеҙ. Был – республикабыҙҙың бурысы, – тине Радий Хәбиров.

Тағы бер яугир – “Башҡортостан геройҙары” республика программаһында ҡатнашыусы, МХО ветерандары Ассоциацияһы директоры Дмитрий Смирнов бик мөһим мәсьәләне — МХО тамамлағандан һуң ҡайтҡан ҡатнашыусыларҙың яҙмышы, шул иҫәптән “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһын дауам итеү тураһында мәсьәләне күтәрҙе.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөнгө көндә ҙур булмаған штатлы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ҡарамағында ғына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы дүрт кеше эшкә урынлаштырылған. Улар иҫәбендә республика Башлығы ярҙамсыһы Оскар Ситдиҡов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Илмир Әһлиуллин һәм тағы ла ике элекке хәрби хеҙмәткәр бар.

– Беҙгә тәүәккәл, аҡыллы, принципиаль, ысын патриоттар кәрәк. Был һуғышты үткән кешеләрҙең сифатыМин артабан да үҙемде шундай кешеләр менән уратып аласаҡмын. Минеңсә, был дөрөҫ. Уларға ышанырмын да, – тине Радий Хәбиров. — Чиновниктарҙың йәмғиәттең сағылышы булыуын аңларға кәрәк. Беҙҙә бик күп лайыҡлы кешеләр бар, әммә арабыҙҙа төрлөләре осрай, уларҙан ҡотолорға кәрәк. Был мәсьәләне яйлап хәл итәбеҙ һәм һеҙҙең ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ.

“Башҡортостан геройҙары” программаһы хаҡында һөйләгәндә, республика Башлығы, тәү сиратта, ул МХО тәжрибәһе булған кешеләрҙе дәүләт хеҙмәтенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне.

Элекке хәрбиҙәрҙең барыһы ла кәрәкле компетенцияға эйә түгел, һәм программа тап ошоно компенсациялауға йүнәлтелгән. Уның һүҙҙәренсә, әле үк кадрҙар программаһы сиктәрендә 70 кеше белем ала. Махсус операция тамамланғандан һуң Башҡортостанға бер нисә тиҫтә мең кеше ҡайтасаҡ, тип өҫтәне Радий Хәбиров. 2700 ветеран ҡайтҡан да,уларҙың  2 меңдән ашыуы элекке эш урындарына урынлашҡан. Тағы 700 кеше инвалид булып ҡала һәм улар менән реабилитация һәм социализация буйынса махсус эш алып барыла. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас