Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
11 Ноябрь 2025, 18:45

Республика халҡына рәхмәт!

Быйыл тура бәйләнешкә 8,5 меңдән ашыу һорау килде. 

Республика халҡына рәхмәт!Республика халҡына рәхмәт!
Республика халҡына рәхмәт!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйылғы тура бәйләнеше оҙонлоғо буйынса дүрт сәғәтлек рекордты үтте һәм дүрт сәғәт тә 20 минуттан ашыу ваҡыт барҙы. Был арала уға 8,5 меңдән ашыу һорау килде.

Сара һуңында Радий Хәбиров республика халҡына рәхмәт әйтте.

– Мин республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла рәхмәтемде белдерергә теләйем. Парадокс, әммә һорауҙар күберәк булған һайын, яҡшыраҡ. Был кешеләрҙең проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүенә һәм беҙгә ышаныуы тураһында һөйләйМин бында бер нисә ябай һорауҙы күрҙем. Күптәре ҡыйыҡтарынан һыу ағыуына зарлана. Ҡыйыҡ ағып торһа, нисек йәшәргәБеҙ мәсьәләләрҙе структуралаштырабыҙ һәм тиҙ арала хәл итеү юлдарын табасаҡбыҙ. Шулай уҡ ваҡыт талап иткән проблемалар менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Беҙ биргән бөтә вәғәҙәләр ҙә үтәләсәкМин үҙем менән Тура бәйләнештә булғандарҙың барыһына ла — эксперттарға, журналистарға һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт белдерергә теләйем. Беҙ бик күп мөһим һорауҙарға яуап бирҙекСабырлыҡ һәм конструктив диалог өсөн рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас