

Хәҙерге заманда мобиль элемтә һәм интернет булмаған урындарҙа нисек йәшәүен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Шулай ҙа ҡайһы бер тау йәки урман араһындағы төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәр был уңайлыҡтан мәхрүм. Бер нисә йыл элек район хакимиәте башлығы А.З.Сәйетғәлин үҙенең социаль селтәрендә бер нисә урындарҙа күсмә элемтәнең булмауы хаҡында белдергәйне.
– Бәйләнеш һәр ерҙә лә кәрәк. Өфө-Белорет трассаһы үткән урында Уҫаҡлы ауылы урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа күрә, унда кеҫә телефонынан шылтыратыу мөмкинлеге юҡ. Бер үк ваҡытта автомобиль юлында ла төрлө хәлдәр килеп сығыуы ихтимал... Ошо йәһәттән ауыл халҡынан бик күп мөрәжәғәттәр килә,-тип яҙған ине Айрат Закир улы.
Ысынлап та, элемтәнең юҡлығы, айырыуса урындағы йәштәрҙе боросой. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ойошторолған тура эфирға Ангелина Аркадьеванан Уҫаҡлы ауылын да бәйләнеш менән тәьмин итеү буйынса һорау яңғыраны. Йәш ҡыҙҙың үтенесен иҫәпкә алып, “Һанлыиҡтисад” милли проекты сиктәрендә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының Архангел - Ҡолмас участкаһы буйлап алты станция ҡуйылды. Хәҙер иһә, күсмә элемтәгә һәм мобиль интернетҡа Күлтабан, Тирәкле, Ҡурғаш, Уҫаҡлы һәм Ҡолмас ауылдары халҡы инә ала, унда 1,5 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Алина Ҡаһарманова, район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге баш белгесе:
– Уҫаҡлы – минең тыуған ауылым. Мобиль элемтәнең булмауы бик күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта, әгәр стационар телефон да эшләмәһә, махус хеҙмәттәр саҡырыу бөтөнләй мөмкин түгел ине.