

Документҡа ярашлы, призыв комиссияһы, медицина тикшереүе, һөнәри һайлап алыу йыл әйләнәһенә барасаҡ, ә әрмегә оҙатыу (алыу) 1 апрелдән 15 июлгәсә һәм 1 октябрҙән 31 декабргәсә буласаҡ.
Бынан тыш, төрлө категория граждандарын саҡырыу ҙа яйға һалына - ауыл хужалығы эшсәндәрен көҙгә алһалар, педагогтарҙы 1 майҙан 15 июлгә тиклем саҡырыуҙары ихтимал.
Әгәр ҙә Президент законға ҡул ҡуйһа, яңылыҡ үҙ көсөнә 2026 йылдың 1 ғинуарынан инәсәк.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-10-28/i-tibar-rme-he-m-ten-a-yla-4444566