

Юграла ир-ат урманда кедр ағасы сәтләүеген йыйып йөрөгән кешене, айыу тип уйлап, атып үлтергән. Уға «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Был хаҡта Рәсәй Тикшереү комитетының төбәк тикшереү идараһы хәбәр итә.
Ғәҙәттән тыш хәл 14 октябрҙә Октябрский районында булған. Тикшереү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Сорғот районында йәшәүсе 33 йәшлек ир кеше эте менән урманда йөрөгән. Уның мылтығы ла булған. Билдәле булыуынса, урманға ул шулай уҡ кедр сәтләүеге йыйырға барған була. Бер ваҡыт уның эте абалап өрә башлай. Хужа, унда ҡурҡыныс йыртҡыс булырға мөмкин, тип уйлаған һәм шул яҡҡа табан атҡан.
«120 метр самаһы йыраҡлыҡта ҡырағай йәнлек түгел, ә 35 йәшлек ир-ат булған. Ул кедр сәтләүеге йыйып йөрөгән», – тип хәбәр ителә ведомствоның телеграм-каналында.
Ирҙең күкрәге яралана, ул урында уҡ йән бирә.